menu
person

08:19
"Тыуған ил ул – тыуған өй"
Тыуған ил ул – тыуған өй, тыуған мәктәп, ауыл, һин беренсе тәпәй баҫып киткән ер ул. Бына шунан башлана ла инде беҙҙең Тыуған ил.

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе – урмандары менән дан тота. Урал… Ниндәй генә хазина юҡ уның йөрәгендә! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер, иге-сиге булмаған урмандар, таштан – ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле болондар, киң баҫыуҙар, таҫма – таҫма юлдар.

Ошо бөтә матурлыҡ, байлыҡ беҙҙең бәләкәй генә Башҡортостанда.

Башҡортостаныбыҙға, тыуған илебеҙгә һөйөү тыуған ауылдан, ғаиләнән, мәктәптән башланалыр.
Беҙҙең Күгәрсен урта мәктәбендә бик бай Валитов Фарваз Кәли улы исемендәге музей эшләп килә. Унда батырлыҡ дәрестәре уҙа. Класс етәкселәре «Мөһим һөйләшеү" сиктәрендә, класс сәғәттәрендә, мәктәп линейкаһында, дәрестәрҙә уҡыусыларҙа батыр, уңған ауылдаштары үрнәгендә тыуған ергә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, батырлыҡ һәм тырышлыҡ тәрбиәләргә тырышалар.

Тыуған илебеҙ, еребеҙ ҙә ҡәҙерле, сөнки беҙ шунда тыуғанбыҙ, безҙең ата -әсәйҙәребеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ ҙә шунда тыуған. Шуға күрә беҙҙең балалар, тыуған ерҙең ышаныслы улдары, ҡыҙҙары булып үҫергә тейеш.


Алиса Маннанова
Просмотров: 33 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar